«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » "Балалар" проектына йырсы балалар кәрәк!



07.08.2019 "Балалар" проектына йырсы балалар кәрәк!

4-12 йәшлек балалары булған ата-әсәләр иғтибарына!

"Балалар" проекты һайлап алыу тураһында иғлан итте. Видео роликтарҙа башҡортса йырлау һәм ҡыҫҡа текстарҙы уҡыу өсөн 4 йәштән 12 йәшкә тиклем малай-ҡыҙҙар кәрәк.

Проект быйыл сентябрь-декабрь айында Өфө ҡалаһында уҙасаҡ.

Талаптар:

- баланың ноталарға эләгеп йырлай алыуы - таҙа интонирлау,
- артислыҡ,
- репетицияға, студияға яҙҙырыу өсөн алып килеү-ҡайтыу мөмкинлеге.

Ҡыҙыҡһыныусыларға 8-987-049-6436 телефоны йәки социаль селтәрҙәрҙә Рузилә Йәмиловаға мөрәжәғәт итергә кәрәк.

"Балалар" белем биреү проекты Башҡортостан Башлығының дәүләт һәм республика халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү өсөн 3,5 млн һум күләмендә грантына лайыҡ булды. Унда башҡорт телендә үҫтереүсе уйындар, текстар, шиғырҙар, йәнһүрәттәр, ҡушымталар менән бүлектәр, уйынсыҡ яһаусыларға хеҙмәттәшлек бүлеге, ата-әсәләр өсөн форум ҡороу ҡаралған.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға