«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Самолетта - сират күпере?



06.08.2019 Самолетта - сират күпере?

Күҙ алдына килтерәйек - һеҙ ҡайҙандыр алыҫ сәфәрҙән самолетта осоп килдегеҙ. Лайнер һыҙатҡа ултырҙы, барыһы ла ҡул саба, һиҙелерлек һелкетә - был иһә тәгәрмәстәр бетондан тәгәрәй, ҡаты ергә баҫтыҡ тигәнде аңлата. Ошо мәлдә башланаааа...

Шытырлап сумкаларын сығаралар, әйберҙәрен барлайҙар, тороп баҫалар, кейенәләр һәм торалар. Оҙаҡ ваҡыт торалар, борт проводниктарының "ултырығыҙ, самолет перронға тиклем бара әле" тигәндәрдәренә ыжламайҙар ҙа. Ҡышын тирләшеп, ҡалын кейемдәре менән төртөшөп йонсошоп аяғөҫтө торалар. Йәйен дә шулай - бер-береһенә ҡамасаулап, арттан терәлешеп, сығып ҡасырға әҙерләнеп торалар.

Самолетҡа ултырыу йәки сығыуҙағы сират нимәнән барлыҡҡа килә? Белгестәр һорау алған тип хәбәр итә "РИА Новости".

Баҡтиһәң, күптәр (41%) сумка-маҙарҙы, кейемде багаж кәштәһенә беренселәрҙән булып ҡуйырға ашыға.

Яуап биреүселәрҙең 25 проценты сират өсөн сиратҡа тора. Кемдер нимә эшләргә белмәй тороп баҫа, бәғзеләре "көтөү инстинкты"на буйһона, варикоз ауырыуын иҫкәртәм тиеүселәр ҙә бар.

19 процент кешеләр овербукингтан - билетты урындан күберәк һатып ҡуйыуҙан ҡурҡа. Улар алдан барып, урынды биләргә ашыға.

Сәйәхәтселәрҙең 14 проценты иһә тиҙерәк самолетҡа ултырырға йәки унан сығырға ашыға. Бындайҙар бейеклектән, осоуҙан ҡурҡҡас шулай итә.

Самолет перронға барып етһен, туҡтаһын, ишектәр асылһын - шунан һуң ғына сығырға әҙерләнегеҙ. Барыбер һеҙҙең эконом салоны бизнестан алдан сығып китә алмаясаҡ.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға