«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңы китап! Мотлаҡ уҡырға кәрәк!



06.08.2019 Яңы китап! Мотлаҡ уҡырға кәрәк!

Шағирә Тәнзилә Дәүләтбирҙинаның "Көҙгө алмалар"ын тәмләйек!

Зәйнәб Биишева исемендәге "Китап" нәшриәтендә шағирә, драматург, журналист, Шәһит Хоҙайбирҙин һәм Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт премиялары лауреаты Тәнзилә Дәүләтбирҙинаның өр-яңы йыйынтығы донъя күрҙе. Унда авторҙың һуңғы йылдарҙа яҙған шиғырҙары, хикәйәләре, пьесалары һәм поэмаһы тупланған.

Шағирәнең матур юбилейына "Көҙгө алмалар" иң мәртәбәле бүләк булғандыр, моғайын. Был авторҙың етенсе китабы. Әйткәндәй, "Йәшлек" гәзитенең яңы һанында ла Тәнзилә Дәүләтбирҙинаның шиғрҙарын уҡып кинәнерһегеҙ!





Автор: Гөлнур ҠЫУАТОВА
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға