«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » 91 мең тонна ужым ашлығы йыйылған



06.08.2019 91 мең тонна ужым ашлығы йыйылған

Башҡортостан ауыл хужалығы эшсәндәре 91 мең тоннаға яҡын ужым культураларын һуғып алған, уртаса уңдырышлыҡ гектарына 21,5 центнер тәшкил итә.

5 авгусҡа ҡарата иң күбе ужым бойҙайы - 53 мең тонна тупланған. Арыш 37 мең т һуғып алынған, тритикале - 0,4 т. Әлегә ямғыр эште тотҡарлай, шулай ҙа яуым-төшөм араһы эшләргә мөмкинлек бирә.

Урал алды райондары үтә йылдам эшләй. Улар ужымлы майҙандарҙың дүрттән бер өлөшөн урып һуҡҡан. Ейәнсурала, мәҫәлән, баҫыуҙарҙың өстән ике өлөшө эшкәртелгән. Тулайым төшөм буйынса 19 мең тонна күрһәткес менән Дәүләкән районы алдан килә.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: БР Ауыл хужалығы министрлығы сайтынан


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға