«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ағинәйҙәр ҡор йыйҙы!



06.08.2019 Ағинәйҙәр ҡор йыйҙы!

"Бәйләнештә" селтәрендәге "Ҡоролтай" төркөмөнән:

3 августа республиканың ағинәйҙәре Ғафури районы Имәндәш ауылы эргәһендәге Уҡлы ҡая яланына йыйылды.

Йыйын Башҡортостан автономияһының 100 йыллығына, Бөтә донъя фольклориадаһына арналды. Унда республиканың 44 районынан, Силәбе, Ырымбур өлкәләренән Пермь крайынан ағинәйҙәр ҡатнашты.

Байрамда ҡатын-ҡыҙҙар милли кейем, ризыҡтар буйынса оҫталыҡ дәрестәре күрһәтте, башҡорт йолалары тәҡдим ителде.

Ҡайһы бер иң әүҙем ағинәйҙәргә – район ҡоролтайҙары башҡарма комитеты ағзаларына Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзалары Сәлиә Мырҙабаева һәм Лариса Абдуллина наградалар һәм рәхмәт хаттары тапшырҙы.

Йыйын Башҡортостан Республикаһы Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының мәҙәни, социаль һәм рухи үҫеш буйынса “Ағинәй” төбәк йәмәғәт ойошмаһы ағзалары – Ғафури районы хакимиәте менән берлектә ойошторолдо.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға