«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ел ҡыйыҡты алып осорған



06.08.2019 Ел ҡыйыҡты алып осорған

Кисә Бишбүләк районының Баҙлыҡ ауылында көслө ел спорт залы ҡыйығын алып ташлаған тип хәбәр итә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республика буйынса баш идаралығы.

Ваҡиға тураһында киске сәғәт 8 тула тигәндә билдәле булған. Ауыл күп функциялы мәҙәни үҙәгенең ҡыйығы 216 квадрат метрҙа зыян күргән. Бәхеткә күрә ҡазаланыусы кешеләр асыҡланмаған. Был хәл контролгә алынған, бөгөн ҡыйыҡты йүнәтәсәктәр.

Бөгөн дә республикала елле һауа торошо көтөлә. Елдең тиҙлеге ваҡыты менән секундына 17-22 метрға барып етәсәк.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: ИА "Башинформ"


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға