«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » ...Шул ике нәмәнән ирҙәр иртә китә



06.08.2019 ...Шул ике нәмәнән ирҙәр иртә китә

РФ Дәүләт Думаһында беҙҙең илдәге ир-аттың иртә үлеүе сәбәптәре хаҡында белдерҙеләр.

Былай ҙа билдәле ине шикелле.

Думаның Һаулыҡ һаҡлау буйынса комитеты вәкиле Николай Герасименко әйтеүенсә, тәмәке тартыу һәм алкоголь ҡулланыу ирҙәрҙең ғүмерен ҡыҫҡарта. Иртә үлем сәбәптәренең иң алда торғандары шулар.

Депутат белдереүенсә, Рәсәйҙә ир-егеттәр ҡатын-ҡыҙға ҡарағанда, ун йыллап иртәрәк үлә. Ғөмүмән, элек тә был хаҡта мәғлүмәт күп ине. Хәүеф исемлегендә 40 - 55 йәш арауығындағы ирҙәр.

Тирә-яғығыҙҙы байҡағыҙ ҙа, үҙегеҙ һығымта яһағыҙ.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға