«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Түрәләр ҙә көс ҡуллана...



05.08.2019 Түрәләр ҙә көс ҡуллана...

Берәҙәктәргә лә кешелекле булайыҡ!

Пермь ҡалаһының “Росреестр” бинаһы алдында йоҡлап ятҡан берәҙәкте туҡмағаны өсөн түрә ҡатын эшенән ҡыуылған. Был яңылыҡ интернет селтәрендә оло бәхәс тыуҙырҙы. Бәғзеләр алама еҫ сығарып йөрөгән берәҙәктәрҙе әрләй, кемдәрҙер сабатаһын түргә элгән түрәләрҙе һүгә. Нисек кенә булмаһын, кешелек сифаттарын юғалтырға ярамай. Әрләргә мөмкин, хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәрен саҡырып була. Һәр хәлдә, Көс ҡулланыу артыҡ.





Автор: Гөлнур ҠЫУАТОВА
Фото: https://pixabay.com/ru/


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға