«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » 200 мең һум иң матур ҡыҙға!



05.08.2019 200 мең һум иң матур ҡыҙға!

Ҡыҙҙар, алға!!! Һеҙҙе матурлыҡ конкурстары көтә.

Башҡортостан матурлыҡҡа бай республика. Бигерәк тә ҡыҙҙарға бай беҙҙең ил. Һуңғы ваҡытта ғына халыҡ-ара конкурстарҙа күпме сибәркәй ҡатнашты!? Әйткәндәй, август-сентябрь айында беҙҙең республикала тағы ла ике матурлыҡ бәйгеһе үтәсәк.
7 август көнө дүртенсе йыл рәттән "Башҡортостан һылыуы" конкурсына һайлап алыу туры була. Унда ҡатнашыу өсөн һомғол буйлы 14-25 йәшлек ҡыҙҙар саҡырыла. Финал 17 август көнө, "Торатау" конгресс-холында үтә. Еңеүсе ҡыҙ алдағы йылда Рәсәй кимәлендәге бәйгелә ҡатнашасаҡ.
Өфө ҡалаһының "Планета" сауҙа-күңел асыу комплексы 14 сентябрҙә үҙ һылыуҡайын билдәләйәсәк. "Мисс Планета" конкурсында 18 йәштән өлкән ҡыҙҙар ҡатнаша ала. Һайлап алыу турын уңышлы үткән 12 ҡыҙ финалда төп бүләк - 200 мең һум өсөн һынау тотасаҡ.

(Фотола "Башҡортостан һылыуы -2016" конкурсы еңеүсеһе Айза Кинйәкаева)





Автор: Гөлнур ҠЫУАТОВА
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға