«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Нуриманда ВДВ стилендә туй үткән



05.08.2019 Нуриманда ВДВ стилендә туй үткән

Нуриман районының Красная Горка ауылында Рәсәй Һауа-десант ғәскәрҙәре стилендә туй тантанаһы уҙған. 2 августа Руслан Ғәлиев һәм Регина Кәлимуллина өйләнешкән.

Руслан әрмелә десантсы булып хеҙмәт иткән, туй көнө 2 авгусҡа тура килгәс, уны ВДВ рухында үткәрәйек тигән. Буласаҡ кәләше ҡаршы килмәгән. Уға зәңгәр фаталы милитари стилендә күлдәк теккәндәр, Руслан иһә "дубок"камуфляжлы ялан формаһы, зәңгәр берет, тельняшка кейгән.

Хәҙер был икәүгә 2 август ВДВ көнө лә, туй көнө лә булараҡ хәтерҙә ҡаласаҡ.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: ИА "Башинформ"


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға