«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Милли китапхананы һәм Халыҡтар дуҫлығы йортон кем етәкләйәсәк?



05.08.2019 Милли китапхананы һәм Халыҡтар дуҫлығы йортон кем етәкләйәсәк?

Өфөлә Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана директоры тәғәйенләнде. Ул – быға тиклем «Башҡортостан» дәүләт концерт залы директоры урынбаҫары булып эшләгән Юлдаш Зиннур улы Ураҡсин.
Апрель айына тиклем учреждение менән Айгөл Моратова етәкселек итте, хәҙер ул – «Торатау» конгресс-холы директоры.




Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы йортон директоры итеп Илгиз Замфир улы Солтанморатов тәғәйенләнде. Ул БР Фәндәр академияһы Гуманитар тикшеренеүҙәр институты директорының фән буйынса урынбаҫары, директор вазифаһын башҡарыусы, Республика халыҡ ижады үҙәгендә әйҙәүсе методист булып эшләгән.



Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры директоры итеп Рәфис Гәрәй улы Мөхәмәтйәнов раҫланды. Алмаз Рәсих улы Сәйетов иһә Башҡортостандың Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле директоры ителде.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: ИА "Башинформ"


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға