«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Йылғаны бысратыусы сығанаҡ юҡ ителде



05.08.2019 Йылғаны бысратыусы сығанаҡ юҡ ителде

Ишеткәнһегеҙҙер, 26 июлдә Благовещен районындағы Иҙәк йылғаһының бысраныуы тураһында хәбәр тарала башлағайны. БР Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров был мәсьәләне, етди, тип билдәләне һәм тикшереү өсөн махсус комиссия булдырырға ҡушты.

Хөкүмәттең бөгөнгө оператив кәңәшмәһендә ошо хәл буйынса отчет тыңланды.

Тәүҙә халыҡ йылғала үлгән балыҡ һәм һыуҙың болғансыҡ булыуын шәйләгән. Урынға район хакимиәте вәкилдәре сыҡҡан. Артабан хәл-торошто белгестәр, тейешле ведомство вәкилдәре лә раҫлаған.
Тикшереү Иҙәккә Ҡамышлы (картала - Казмышла) йылғаһы ҡойған урында һыуҙың шикле болғанған булыуын күрһәткән.
Анализдар алғандан һуң, һыуҙа кислород етмәүе лә асыҡланған, баҡһаң, балыҡтар шунан үлгән.

Бысраныу сығанағын эҙләү бер нисә көн дауам иткән. Эҙләүгә юлһыҙлыҡ, һаҙлыҡ, ағаслыҡтың ҡуйы булыуы һәм бейек үлән ҡамасаулаған. Сығанаҡ бары тик 29 июлдә генә ул табылған. Ике канализация ҡоҙоғо - бар бәләнең башы булған.
Бетон ҡулсаларҙағы торбанан бысраҡ йылғасыҡ башланған соҡорға йүнәлгән дә. Ҡулсаларҙан 50 метр арауыҡта - "Полиэф" предприятиеһы биләмәһе. Артабан тирә-яҡ бысраныу майҙанын билдәләр өсөн тикшерелгән, анализдар алынған, предприятиела хәл-торошто яйлау өсөн тиҙ арала эштәр башҡарылған: бысраҡ һыу һурҙырылып, таҙартыу ҡоролмаһына ебәрелгән, бысраҡ һыу йыуылмаһын өсөн дамба ҡуйылған...

Хәҙер йылғанан хәүеф янамай. Радий Хәбиров белдереүенсә, зыян күләме иҫәпләнә, "Полиэф" был эште, моғайын, намыҫлы үтәр.







Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға