«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Борсолмағыҙ, һыу таҙа



03.08.2019 Борсолмағыҙ, һыу таҙа

Ошо көндәрҙә социаль селтәрҙәрҙә Өфөләге эсәр һыу бысраныуы тураһында хәбәр таралды.
"Өфө һыу каналы" был мәғлүмәттең ялған булыуы тураһында белдерә. Үткәрелгән анализдар бысраныу ихтималлығын раҫламаны. Крандағы һыу барлыҡ санитар талаптарға тура килә, тип белдерә ойошма белгестәре.

Ҡариҙел йылғаһынан алынған өлгөләрҙә лә зарарлы матдәләр табылмаған. Благовещен районы Иҙәк йылғаһын бысратыуҙа "Полиэф" предприятиеһы ғәйепләнә. Һыу ятҡылығына ҡалдыҡтар ташланған урын асыҡланған, торбалар ябылған





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға