«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Чалов өсөн 15 миллион евро аҙ...



02.08.2019 Чалов өсөн 15 миллион евро аҙ...

Рәсәй йыйылма командаһы футболсыһы, ЦСКА клубында сығыш яһаған Федор Чалов өсөн Англияның “Кристал Пэлас” командаһы 15 миллион евроһын сығарып һалырға әҙер.
Әммә ЦСКА етәкселеге уға риза булмай, күбәрәк килемгә өмөт итә. Әлегә һөйләшеүҙәр тыңмаған. Шулай уҡ Чаловҡа Англияның “Ливерпуль”, “Арсенал” һәм “Тоттенхэм” клубтары ла ҡыҙыҡһыныуын белдергәйне.
ЦСКА футбол мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе үҙенең клубы өсөн 65 уйын уҙғарып, 27 гол индерә. Уҙған миҙгел, ул 30 осрашыуҙа 15 тапҡыр уңышҡа өлгәшә.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға