«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Кимәлебеҙ шул сама



02.08.2019 Кимәлебеҙ шул сама

Туланың “Арсенал” футбол командаһы Европа лигаһы квалификацияһының беренсе раундында уҡ Әзербайжандың “Нефтчи” клубына ике уйын һөҙөмтәһе буйынса 4:0 (1:0, 3:0) иҫәбенә отолоп, мәсхәрәгә ҡалды.
Рәсәй командаһы УЕФА-ның милләт-ара лигаһы коэффициенты буйынса беҙҙекеләрҙән күпкә түбәнерәк клубка еңелеүе, әлбиттә күп һорау тыуҙыра. Уҙған миҙгел “Өфө” футболсылары шул уҡ бәйгелә төркөм уйындарына сыға алмаһа ла, әммә улар өсөнсө раундҡа хәтлем барып етте. Ә инде “Арсенал” беренсене лә үтә алманы. Был дөйөм Рәсәй футболына сикәләүгә тиң. Нишләйһең, тимәк беҙҙең Премьер-лиганың алтынсы командаһы үҙенән күпкә түбәнерәктәрҙе алдыра алмай. Ә был нимә хаҡта һөйләй?.. Кимәлебеҙ шул сама.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға