«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » “Өфө” мәрәйле булды



04.08.2019 “Өфө” мәрәйле булды

“Өфө” футболсылары, ниһайәт, еңеү яулап, Рәсәй Премьер-лигаһы беренселегендә тәүгә өс мәрәйле булды.

Улар “Крылья Советов” командаһын 2:1 иҫәбенә алдырып, өс турҙан һуң турнир таблицаһының 11-се баҫҡысын биләй. Әлегә бер “Зенит” ҡына юғалтыуһыҙ килә. “Ростов” клубы ла ике тапҡыр еңде һәм бер тапҡыр тигеҙ иҫәпкә уйнаны. Чемпионат дебютанты – “Тамбов” командаһы, билдәле “Спартак”ты 2:0 иҫәбенә еңеп, тарихи уңышҡа өлгәште. Ә бына икенсе дебютант – “Сочи” уйынсылары әлегә мәрәйһеҙ. Уҙған миҙгелдә уңышлы ғына сығыш яһаған “Ырымбур” ҙа өс еңелеү кисерҙе.

Киләһе турҙа “Өфө” футболсылары Сочиҙа урындағы “Сочи” менән уйнаясаҡ.





Автор: Т. Аманов
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға