«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » "Зенит" клубы Бразилия һөжүмсеһе менән нығынмаҡсы



31.07.2019 "Зенит" клубы Бразилия һөжүмсеһе менән нығынмаҡсы

Испанияның билдәле “Барселона” командаһында сығыш яһаған Бразилия футболсыһы Малком, ошо арала “Зенит” клубына килеүе ихтимал.
Ҡайһы бер мәғлүмәттәргә таянғанда, 22 йәшлек һөжүмсе уға булған “Эвертон”дың ҡыҙыҡһыныуын кире ҡағып Питерҙы һайлаған. Сөнки “Зенит” командаһы етәкселеге “Эвертон” тәҡдим иткән килемдән, Малкомға күберәк аҡса һонған. Беҙҙең клуб уны үҙендә күрер өсөн “Барселона”ға 35 миллион евро һалып бирмәксе.
Бразилия футболсыһы Испанияға былтыр “Бордо”нан күсеп килә. Ул ваҡытта улар уны 41 миллион евроға һатып ала. Ул “Барселона” өсөн 14 осрашыу уҙғарып, бер генә гол индерә.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға