«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Радий исеме киң таралған



31.07.2019 Радий исеме киң таралған

Радий исеме киң таралғанРадий исеме киң таралған

Башҡортостанда һуңғы ваҡытта Радий исеме киң таралған. Яңы иыуған улдарына Радий тип исем биреүсе ғаиләләрҙең береһе – Учалынан Алина һәм Вадим Нәүширбановтар.


Радий – ата-әсәнең өсөнсө балалары. Ғаилә башлығы ағас менән шөғөлләнә, ә хужабикә – балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.

«Радийҙың ниндәй һөнәр эйәһе буласағы мөһим түгел, иң мөһиме ул көслө һәм сағыу шәхес булһын», — тип һөйләй әсә.

«Башинформ» агентлығы хәбәр итеүенсә, һуңғы туғыҙ ай эсендә Өфөлә, Белоретта, Бөрөлә, Баймаҡта, Ишембайҙа, шулай уҡ бер нисә районда 12 бәләкәй Радий теркәлгән.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: "Учалинская газета" сайтынан.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға