«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Хоккейсылар быуа быуарлыҡ, ә баскетболсылар...



30.07.2019 Хоккейсылар быуа быуарлыҡ, ә баскетболсылар...

Быйылғы миҙгел НХЛ-да уйнаған Рәсәй хоккейсылары өсөн килем яғынан иң уңышлыларынан һанаған да хата булмаҫ.
Панарин, Бобровский, Василевский һәм дә башҡалар кеҫәләрен ҡалынайтып, хәҙер үҙ иркеләренә уйнаһалар ҙа була. Ғөмүмән, океан арьяғында беҙҙекеләргә мохтаж кисерәләр. Ә бына НБА-ла (милләт-ара баскетбол ассоциацияһы) Рәсәй баскетболсылары күптән күренгәне юҡ. Улар унда һуңғы тапҡыр 2001 йылда ғына сығыш яһай һәм шунан бирле күренгәне юҡ. Заманында билдәле Андрей Кириленко (һүрәттә), Сергей Моня, Виктор Хряпа, Сергей Карасев кеүектәр Рәсәй баскетболын күккә сөйә торғайны. Һуңғыһы әйтмешләй, беҙҙең илдә баскетболға ҡараш үҙгәрмәйенсә, һөҙөмтә булмаясаҡ. Сөнки үҫмер балалар өсөн шөғөлләнерлек база юҡ, тиерлек. Бәләкәс кенә илдәр – Литва, Латвия, Сербия вәкилдәре донъя кимәлендә баскетболсылар үҫтерә ала, ә беҙ юҡ. Аптыраҡ...





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға