«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Туғыҙ районда борсаҡ, һигеҙендә арпа һуғалар



30.07.2019 Туғыҙ районда борсаҡ, һигеҙендә арпа һуғалар

Башҡортостанда ураҡ башланды. Ғәҙәттәгесә был мәлдә ярауай культураларҙы - борсаҡ һәм арпа уңышын һуғалар. Урал алды дала һәм көньяҡтағы урманлы дала зоналары был эшкә тотонған. Туғыҙ районда борсаҡ, һигеҙе арпа уңышын йыя.

29 июлгә ҡарата, бар майҙандарҙың 7 процентынан 7,7 мең тонна борсаҡ һуғылған. Уңыш гектарҙан 21 центнер тәшкил итә. Арпа 2,8 мең гектарҙан 7,3 мең тонна йыйылған, уның уңдырышлығы бер гектарҙан 26,1 центнер.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: БР Ауыл хужалығы министрлығы сайтынан


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға