«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Һыуытты...



30.07.2019 Һыуытты...

Бөгөн Өфөлә иртәнсәк +11 тирәһе йылы ине. Комментарийҙарҙа кемдә нисә градус булғанын яҙығыҙ.

Башгидромет бөгөн республикала бер аҙ ямғыр яуасаҡ ти. Ел көнбайыштан, талғын. Һауа температураһы көндөҙ +13, +18, көньяҡ-көнсығыш буйынса +23 градус көтөлә.

Иртәгә, 31 июлдә, бер аҙ, көньяҡ буйынса ямғыр яуыуы, йәшен булыуы көтөлә. Ел көнбайыштан, көньяҡ-көнбайыштан талғын, көндөҙ көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +5, +10 градус, урыны менән ҡырау төшә, аяҙытҡанда һауала һәм ер өҫтөндә 0 градус, көндөҙ + 17, +22, көньяҡ-көнсығыш буйынса + 27 градус.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: Автор фотоһы


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға