«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Янғын хәүефе ҙур



29.07.2019 Янғын хәүефе ҙур

МЧС иҫкәртә: янғын хәүефе һаман да ҙур.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығынан белдереүҙәренсә, республиканың көньяҡ-көнсығыш райондарында янғындың юғары, бишенсе, класс хәүефе бар.
Моғайын, ул 1 авгусҡаса һаҡланыр.

Урман янғындарының 80 проценты кешенең мөхиткә һалҡын, битараф ҡарашы арҡаһында. МЧС иҫкәртә: урманда һаҡ булырға, ут менән булышмаҫҡа, булған ҡағиҙәләрҙе етди үтәргә.

БР буйынса МЧС-тың "Ышаныс телефоны" - 8 (347) 233-99-99.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: Башинформ.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға