«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Йылыраҡ кейенә башлайбыҙ



28.07.2019 Йылыраҡ кейенә башлайбыҙ

Бөгөн көндөҙ Ғафури районы Красноусольскийҙа көслө ел үҙәк район дауаханаһының ҡыйығынан тимерҙәрҙе алып бәргән, тип хәбәр итә БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Әлдә бөгөнгө елдән башҡаса бер кем дә, бер ни ҙә зыян күрмәгән.

Дүшәмбенән көн һыуытасаҡ: төндә +3...+8 градус булһа, көндөҙ +13...+18 градус йылылыҡ. Бынан тыш ямғырҙар, йәшен көтөлә. Бәлки борсаҡ та яуыр.





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Т.Аманов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға