«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » "Ай, Уралым, Уралым!" этнофестивале гөрләп үтте!



28.07.2019 "Ай, Уралым, Уралым!" этнофестивале гөрләп үтте!

"Ай, Уралым, Уралым" этнофестивале лә гөрләп үтеп китте.
Әллә күпме конкурсты үҙ эсенә алған сараның йөҙөк ҡашы, әлбиттә, уҡсылар ярышы булды.


Биш этаптан торған төрөк атышында (70 метрға) иң-иңдәр кемдәрме? Бына улар:

Ир-егеттәр араһында:
1. Хөрмәт Таһиров, Сибай
2. Руслан Әхмәҙиев, Учалы
3. Юлай Ғәлиуллин, Өфө

Ҡатын-ҡыҙҙар араһында:
1. Динә Вәлиева, Учалы
2. Лиана Ихсанова, Учалы
3. Әлиә Ишморатова, Бөрйән

Ун этаптан торған "Баҡшай мәргәне" бәйгеһендә еңеүселәр:

Ир-егеттәр араһында:
1. Салауат Юлбирҙин, Бөрйән
2. Хөрмәт Таһиров, Сибай
3. Руслан Әхмәҙиев, Учалы

Ҡатын-ҡыҙҙар араһында:
1. Динә Вәлиева, Учалы
2. Лиана Ихсанова, Учалы
3. Әлиә Ишморатова, Бөрйән

Алты этаптан торған командалар ярышы еңеүселәре:
1. Учалы - "Ирәмәл" (Лилиә Низаметдинова, Самат Ғатауллин, Рөстәм Теләүбирҙин, Рәис Низаметдинов)
2. Бөрйән (Салауат Юлбирҙин, Д.Юлбирҙин, Илдар Ишморатов, Әлиә Ишморатова)
3. Учалы - "Аҡ бүре" (Руслан Әхмәҙиев, Лиана Ихсанова, Хөрмәт Таһиров, И. Исхаҡов).

"Азиянан - Европаға" турниры:
Ир-егеттәр араһында:
1. Руслан Әхмәҙиев, Учалы,
2. Рөстәм Багаув, Әбйәлил,
3. Урал Кирәев, Сибай.

Ҡатын-ҡыҙҙар араһында:
1. Әлиә Ишморатова, Бөрйән,
2. Мира Кәримова, Ишембай,
3. Зөһрә Иҫәнова, Ишембай.

Балалар араһында иң шәп уҡсы тип Учалынан Батыр Хәйретдинов танылды.

"Яңғыҙ йыр" номинацияһында Ҡужайҙан Рифҡәт Мөхәмәтшин 1-се урын яуланы, ансамблдәр араһында - Ҡунаҡбай ауылының мәҙәниәт йорто һәүәҫкәрҙәре менән "Заман" этнотөркөмө. "Яңғыҙ бейеү"ҙә - Оҙонгүлдән Мәнфүзә Левинцова, бейеү ансамблдәре араһында Иҫке Байрамғол ауылы бейеүселәре менән "Ҡалҡан" бейеү ансамбле 1-се дәрәжә диплом менән наградланды. "Фольклорҙың бер көнө" тип исемләнгән бәйгелә Мәҫкәү менән Ҡәйепҡол ауыл клубтары, Ҡунаҡбай менән Наурыз мәҙәниәт йорттары еңеүсе.

"Йәйғор" фольклор ансамбле (Уральск), Гөлйемеш Рәҡипова, Илсе мәҙәниәт йорто ла был сарала еңеүселәр исемлегендә. Сарала ҡатнашҡан, әүҙемлек күрһәткән, еңеү яулаған һәр кемгә лә дипломдар, бүләктәр тапшырылды.





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Автор.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға