«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Әҙербайжан чемпионы Рәсәй Премьер-лига командаһын отто



26.07.2019 Әҙербайжан чемпионы Рәсәй Премьер-лига командаһын отто

Футбол буйынса Европа лигаһының икенсе квалификацион һайлап алыу бәйгеһендә Туланың “Арсенал” командаһы Әҙербайжандың “Нефтчи” клубын ҡабул итте.
Рәсәй командаһы дәғүәсеһенә ҡаршы бер ни ҡыла алмай, һөҙөмтәлә ҡунаҡтарға 0:1 иҫәбенә еңелеп, хәлен бер аҙ мөшкөләйтте. Икенсе яуап осрашыуҙа “Нефтчи”ны алдырыр өсөн уларға ауыр буласаҡ. Уларҙы еңгән һүрәттә лә, киләсәктә башҡаларҙы ай-һай үтеүе бик икеле. Шуға ҡарамаҫтан, Европала исеменде ҡалдырыр өсөн, “Арсенал” уйынсыларына нисек тә булһа, алға барырға кәрәк. Ә инде уның өсөн Әҙербайжан чемпионын алдырыу мөһим.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға