«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Юл фажиғәләре - 24 июль



25.07.2019 Юл фажиғәләре - 24 июль


Кисә, 24 июлдә, республика юлдарында 22 автомобиль аварияһы теркәлеп, бер кеше һәләк булған, 27 кеше яралар алған.

Көндөҙ Иглин районында Һамар-Өфө-Силәбе автоюлының 1516-сы саҡрымында Томск өлкәһенән килгән "Volvo" йөк машинаһы кюветҡа төшөп киткән. Кабинала 53 йәшлек водителдең йәнһеҙ кәүҙәһе табылған. Ирҙең үлемен йөрәк өйәнәгенән күрәләр, сөнки уға кардиостимулятор ҡуйылған булған (шулай уҡ башҡа версиялар ҙа тикшерелә).

Төндә Октябрьский ҡалаһының Островский урамында 31 йәшлек ир "Лада Нива"ла ыңғай барған "Nissan Qashqai"ға барып төртөлгән (водителе - Туймазы районынан 38 йәшлек ир). Ике водитель дә травмалар алған. "Лада Нива"ның водителе машина йөрөтөү хоҡуғынан мәхрүм ителгән булған (Енәйәт Кодексының 264-се ст. буйынса), шуға ҡарамаҫтан, ул ҡабат эскән килеш машинаға ултырған, башҡаларҙың ғүмерен, һаулығын хәүеф аҫтына ҡуйған...

Тәүлек эсендә Дәүләт юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре тарафынан 2400-ҙән ашыу юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу осрағы теркәлгән, эскән килеш руль артына ултырған 35 водитель тотолған.





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Т.Аманов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға