«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Стәрлетамаҡтан Вадим Фәттәхов ашай торған ҡалаҡтар яһай



25.07.2019 Стәрлетамаҡтан Вадим Фәттәхов ашай торған ҡалаҡтар яһай

Бындай ҡалаҡ менән ашағандан һуң, уның үҙен дә йотоп ҡуяһың.

Вадим үҙен төрлө өлкәлә һынап ҡарай: сараларҙы, ҡул эштәре күргәҙмәләрен ойоштороусы, үҙенең кинотеатрын асыусы һ.б.

Беҙҙең ил өсөн ят күренеш булған проектты уйлап табыу өҫтөндә эшләгән Вадим, тора - бара, ашай торған ҡалаҡтарҙы етештерә башлай. Уның составы он, һөт, шәкәр, майҙан тора. Ике төрлө – береһенә һарымһаҡ, йәшел тәмләткес, ә икенсеһенә дәрсен, ваниль, сәтләүек, йогурт ҡушыла.

Егет тәүлегенә 3 мең самаһы ҡалаҡ әҙерләй. Уларҙы бигерәк тә ресторандар күпләп һатып ала икән.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: pixabay.com.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға