«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Шамонино балаларына йәй ҙә ҡыш кеүек...



25.07.2019 Шамонино балаларына йәй ҙә ҡыш кеүек...

Әлеге ваҡытта йәйҙең матур эҫе мәле тип тормай, Өфө районы Шамонино ауылының бер төркөм балалары баш ҡаланың биатлон үҙәгендә күнекмәләр уҙғарып ята.
Уларҙың арыу-талыу белмәҫ етәксеһе Айгөл Әфтәх ҡыҙына һоҡланмай булмай. Ул һаман да башҡа уҡытыусылар кеүек ялға китмәй, яратҡан эшен дауам итеп, бөтә ваҡытын тәрбиәләнеүселәренә бүлә. Әле ул спортсы балалар менән бер аҙна инде төп үҙәктә биатлон серҙәрен үҙләштерә. Улар унда көнөнә ике тапҡыр өсәр сәғәт шөғәлләнәләр. Ялда ла ваҡытын буш уҙғармай футбол, асфальтта хоккей ҙа уйнайҙар. Афарин!





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: Автора


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға