«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Рәсәй пляж футболсылары сираттағы үрҙәр яуламаҡсы...



25.07.2019 Рәсәй пляж футболсылары сираттағы үрҙәр яуламаҡсы...

Пляж футболынан Рәсәй йыйылма командаһы донъя кубогына һайлап алыу бәйгеһенең икенсе төркөм осрашыуында Швейцария футболсыларын 9:3 иҫәбенә ҡыйратты.
Бөгөн беҙҙекеләр Әҙербайжан уйынсылары менән көс һынашасаҡ. Улар иһә быға тиклем Испания командаһына ҙур иҫәпкә отолдо.
Донъя кубогы турниры ноябрҙә Парагвайҙа уҙасаҡ. Рәсәй йыйылма командаһы төп футбол уйынынан тыш, пляждыҡынан һәр ваҡыт ярайһы ғына уңышҡа өлгәшә. Улар донъя беренселегендә ике алтын (2011, 2013 йылдар) һәм бер бронза миҙал (2015 йыл) яулай. Шулай уҡ төрлө кимәлдәге халыҡ-ара ярыштарҙа 13 тапҡыр еңеүсе була. Һуңғы тапҡыр быйыл Испанияла уҙған бөтә донъя пляж уйындары турнирында алдынғылыҡты бирмәй.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға