«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » "Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары" милли проекты буйынса аҡса тулы күләмдә үҙләштерелә



25.07.2019 "Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары" милли проекты буйынса аҡса тулы күләмдә үҙләштерелә

РФ Транспорт министрлығы Иҫәп палатаһының милли проекттарға тәғәйенләнгән аҡсаны тотоноу хаҡындағы мөрәжәғәтенә яуап бирҙе.

Ведомствонан әйтеүҙәренсә, күҙалланған финанслау күләме арттырып үтәлгән.

Иҫәп палатаһы мәғлүмәтенән ҡарағанда, "Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары" милли проектын ғәмәлгә ашырыуҙа бюджет аҡсалары әҙ тотонола.

"Исполнение финансовых показателей нацпроекта "Безопасные и качественные автомобильные дороги" предусмотрено во второй половине года. Это связано с тем, что дорожная деятельность в нашей стране носит ярко выраженный сезонный характер. Авансирование дорожной деятельности не предусмотрено. По итогам полугодия планировалось исполнение финансовых обязательств в объеме 14,59 млрд рублей. Фактически прогнозный показатель перевыполнен, и за два квартала составляет 15,56 млрд рублей. Было запланировано по итогам второго квартала освоить 12,35% средств, фактическое исполнение составило 13,2%", - тип яуап биргәндәр Транспорт министрлығынан.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, "Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары" милли проектын ғәмәлгә ашырыуға Башҡортостан федераль үҙәктән быйыл 5,2 миллиард һум аҡса аласаҡ. 2024 йылға тиклем сумма 33,5 миллиард һум тәшкил итәсәк. Республика бюджетынан 17 миллиард һум бүленә.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға