«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ятып ҡалғансы...



24.07.2019 Ятып ҡалғансы...

Ҡырымда йәш мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренең "Таврида" форумында 28 йәшлек йырсы, ди-джей Наил Тимербаев 100 мең һумлыҡ грант отто.

Наилдең проекты «#ЭтноПлатформа» тип атала. Проекттың төп маҡсаты Рәсәйҙә йәшәүсе халыҡтарҙың музыка ҡоралдарын популярлаштырыу.

Ошоға тиклем форумдың өсөнсө сменаһында Наҙгөл Ғәлиева 300 мең һумлыҡ грант отһа (Башҡортостан юлдаш телевидениеһы хеҙмәткәре был сумманы интернет селтәрендә башҡорт контентын үҫтереүгә йүнәлтәсәк), һигеҙенсе сменала Земфира Рәшитова 650 мең һумлыҡ сертификатҡа эйә булды. Был аҡсаны ҡурайсы ҡыҙ үҙенең проектын тормошҡа ашырыуға - «Miss International Ufa» республика этник матурлыҡ һәм талант фестивален үткәреүгә тотонасаҡ.

Әгәр шәп идея-проектың бар икән, рәхим ит "Таврида"ға - грант оторға! Форумдың сайты https://tavridaforum.art/ ВК-ла сәхифәһе https://vk.com/tavrida_art





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Т.Аманов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға