«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Мәсеттә аҙан тауышы ҡасан яңғырар икән?



24.07.2019 Мәсеттә аҙан тауышы ҡасан яңғырар икән?

Өфөлә "Әр-Рәхим" мәсете төҙөлөшө тергеҙелде.

Иман йортон "БНЗС" Генераль подрядсы тресы" йәмғиәте һалып бөтөрөргә ниәтләй. Эштәр бер нисә көн элек башланған.

Был мәсет төҙөлөшө яҙмышын беләһегеҙ. Салауат проспектындағы объектта эштәр 2016 йылда туҡтап ҡалғайны. Сәбәбен бинаны төҙөй башлаған"Урал" фонды менән Диниә назараты һәм генераль подрядсы араһындағы килешмәү менән аңлаттылар.

Аллаһ насип итһә, төҙөлөш тамамланыр, матур мәсет үҙ ишектәрен асыр, тип өмөтләнәйек.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға