«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Әлеге мәлдә Учалы филармонияһында "Йәйге музыкаль кубок" кубоктар лигаһы үтә



24.07.2019 Әлеге мәлдә Учалы филармонияһында "Йәйге музыкаль кубок" кубоктар лигаһы үтә

Башҡортостандың иң яҡшы биш командаһы Европа һәм Азия сигендә осрашты: Сибайҙан "Әстәғәфирулла", Көйөргәҙенән "Шаҡмаҡ", Күгәрсен районынан "Ритайым", Өфөнән "Һигеҙенсе ырыу" һәм "Нөктә.ру".

Хәтәр күңелле, ҡыҙыҡ сығыштар - сараға килмәй ҡалғандар үкенһендәр, әйҙә! Көнүҙәк мәсьәләләр, көн геройҙары һәм антигеройҙары, тапҡыр, йор һүҙҙәр, шаяртыуҙар, көлөүҙәр - быларҙың барыһы ла башҡортса КВН, дуҫтар!

"Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ ролен башҡарыусы" тип Зарина Исмәғилева табылһа (был уйында берҙән-бер талантлы гүзәл зат та ул), "Иң яҡшы ир-егет ролен башҡарыусы" тип Айса Ейәнбаев аталды, ә "Иң яҡшы шаяртыу өсөн" "Ритайым" командаһы бүләкләнде.

Һәр командаға ҡатнашыусы дипломы тапшырылды. Ә еңеүсе команда - "Һигеҙенсе ырыу"! Йәйге музыкаль кубок уларҙа!





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Автор фотоһы


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға