«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Милли проект талантлы балаларға ярҙам итә



23.07.2019 Милли проект талантлы балаларға ярҙам итә

"Мәҙәниәт" милли проекты сәнғәт мәктәптәренә 11 миллион һумдан ашыу субсидия бирә.

13 райондың һәм өс ҡаланың сәнғәт мәктәптәре милли проект сиктәрендә ярҙам аласаҡ. Финанслау махсуслаштырылған учреждениеларҙың нужалары өсөн ҡиммәтле ҡорамалдар һатып алырға һәм белем биреү сифатын яҡшыртырға мөмкинлек бирә: был аҡса музыка ҡоралдары, ҡорамалдар һәм материалдар һатып алыуға тотонола.
Шулай уҡ "Мәҙәниәт" милли проекты сиктәрендә быйыл 63 сәнғәт мәктәбе федераль бюджеттан бүленгән 22 миллион һумға илебеҙҙә етештерелгән "Николай Рубинштейн" маркалы пианино алған.





Автор: Гөлнур ҠЫУАТОВА
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға