«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Уҙған төндә Ҡағы ауылында оло янғын ҡупҡан



23.07.2019 Уҙған төндә Ҡағы ауылында оло янғын ҡупҡан

Таңғы сәғәт 5 тирәһендә Белорет районының Үрге Әүжән ауылындағы янғынға ҡаршы хеҙмәттең айырым посына Ҡағы ауылында өйҙәр яна тигән хәбәр килгән.

Ваҡиға урынына янғын һүндереүселәр юлланған. Улар унда пенсия йәшендәге әбей менән бабай йәшәгән йорттоң һәм ҡаралтыларҙың яныуын асыҡлаған. Ут күршеләренә лә күскән булған. Янғын һүндереүселәр өйҙө һәм өсөнсө күршенең йортон һаҡлап ҡала алған. Һыуҙы саҡырм ярым аранан Ағиҙелдән ташығандар.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға