«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Тракторҙы кем отор?



23.07.2019 Тракторҙы кем отор?

«Башҡортостан 24» телеканалы «Алтын бишек» акцияһын башлап ебәрҙе. Унда «Иң яҡшы ауыл», «Иң яҡшы ғаилә» һәм «Алтын ҡуллы оҫта" номинациялары буласаҡ.
Иғтибар: еңеүсегә бүләккә трактор әҙерләгәндәр!


«Башҡортостан 24» каналы республика ауылдарын “Алтын бишек” акцияһында ҡатнашырға саҡыра. Бәйгенең тәүге этабына старт бирелде.

Конкурстың баһалау комиссияһы еңеүселәрҙе өс номинация буйынса билдәләргә йыйына. Ярышта иң күркәм ауыл, иң матур татыу ғаилә һәм алтын ҡуллы оҫта асыҡланасаҡ. Һәммәһен дә "Башҡортостан" дәүләт телерадиокомпанияһының партнерҙары тәҡдим иткән ҡиммәтле бүләктәр көтә. Төп призды – бәләкәй тракторҙы “Агроспецпрогресс” йәмғиәте әҙерләгән.

"Алтын бишек" акцияһының тәүге, һайлап алыу этабы 26 июлгә тиклем барасаҡ. Ҡатнашырға теләүселәр ғариза менән «Башҡортостан 24» телеканалының рәсми сайтына мөрәжәғәт итһен. Фото, видео яҙмалар, ауыл тураһындағы үҙенсәлекле мәғлүмәт, хатта ғаризаны дөрөҫ яҙыуға ижади баһа биреләсәк.

Ярыш туры иһә август-сентябрь айҙарында үтә. Республика көнө алдынан йомғаҡлау яһаласаҡ.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға