«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Владимир Путин "Рәсәй - мөмкинлектәр иле" ойошмаһы советына ағзалар тәғәйенләне



23.07.2019 Владимир Путин "Рәсәй - мөмкинлектәр иле" ойошмаһы советына ағзалар тәғәйенләне

Президент "Рәсәй - мөмкинлектәр иле" ойошмаһының күҙәтеүселәр советы составын раҫланы.

Владимир Путин советты үҙе етәкләй. Яңы тәғәйенләнгән ағзалар иҫәбендә - вице-премьер Татьяна Голикова, Һаҡлыҡ банкы башлығы Герман Греф, Президент Хакимиәте Етәксеһенең беренсе урынбаҫары Сергей Кириенко, РФ фән һәм юғары белем биреү министры Михаил Котюков, РФ Президенты ярҙамсыһы Андрей Фурсенко, "Агентство стратегических инициатив по продвижению новых проектов" коммерцияға ҡарамаған ойошмаһының генераль директоры Светлана Чупшева, "Талант һәм уңыш" мәғариф фонды етәксеһе Елена Шмелева. Генераль директор - Алексей Комиссаров.

Әйткәндәй, үҙгәрештәргә ярашлы, хәҙер күҙәтеүселәр советы ағзаларын дәүләт етәксеһе билдәләй, ә генераль директорҙы - Президент Хакимиәте. Бик етди "иләк аша" үткәрәләр инде, теләһә кем унда инә алмай, тимәк.

"Рәсәй - мөмкинлектәр иле" коммерция булмаған автономлы ойошмаһы сағыштырмаса йәш. Ул былтыр ғына барлыҡҡа килде. Инициаторы - Владимир Путин. Маҡсаты иһә - гражданлыҡ институттарын үҫтереү.

Мәҫәлән, ойошманың иң уңышлы проекттарының береһе - "Рәсәй лидерҙары" идарасылар конкурсы. Ул ике тапҡыр үткән. Еңеүселәр һаны 200-ҙән ашҡан. Уларҙың күбеһе дәүләт власы органдарына һәм бизнес структураларына эшкә урынлашҡан. Президент был конкурсты юғары баһалай.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: Кремлин.ру


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға