«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Аҙ килемле ғаиләләргә торлаҡ биреләсәк



22.07.2019 Аҙ килемле ғаиләләргә торлаҡ биреләсәк

РФ Президенты ҡарары буйынса, аҙ килемле ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәьмин итәсәктәр. Тик торлаҡ уларға йәшәп тороу өсөн генә биреләсәк.


Был хаҡта ул ”Жилье и городская среда” милли проекты сараһы барышында әйтте. Президенттың тәҡдиме ағымдағы йылдың 10 октябренә тиклем белгестәр тарафынан ҡараласаҡ.

2024 йылға тиклем төҙөлөүсе торлаҡтарҙың майҙаны артасаҡ – 120 миллион квадрат метрға тиклем етәсәк. Майҙандың артыуы сифатҡа тәьҫир итергә тейеш түгел, тине Президент.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға