«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ҡыҙҙарҙы милли кейем биҙәй шул....



22.07.2019 Ҡыҙҙарҙы милли кейем биҙәй шул....

Чебоксар ҡалаһында үткән "Мисс Туризм России - 2019" конкурсында Башҡортостан данын яҡлаусы Эльмира Шәихова һынатманы!


Эльмира 28 ҡыҙ араһынан топ -10 араһына инде һәм бер юлы ике номинацияла еңеү яуланы. "Тамашасылар һөйөүе" һәм "Иң яҡшы милли кейем" приздары беҙҙең республикаға ҡайта. Башҡорт ҡыҙын конкурс бағыусылары косметика наборы һәм ҡиммәтле алтын биҙәүестәр менән бүләкләне.
Әйткәндәй, милли кейем конкурсында Эльмира дизайнер Альбина Жерлицына әҙерләгән күлдәктә сығыш яһаны.





Автор: Гөлнур ҠЫУАТОВА
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға