«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Яҡташыбыҙ рухын данлап...



19.07.2019 Яҡташыбыҙ рухын данлап...

Өфө быйыл да балет сәнғәте үҙәгенә әйләнә: 7 сентябрҙән алып 24 сентябргә тиклем Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында Рудольф Нуриев исемендәге XXII Халыҡ-ара балет сәнғәте фестивале үтә.


Сәнғәт оҫталары форумы "Шахерезада", "Шопениана", "Половецкие пляски" балеттары менән асыла. Тәүге фестиваль 1993 йылда ойошторолғайны. Унда Рәсәйҙән, сит илдәрҙән билдәле бейеү оҫталары, театр труппалары даими ҡатнаша. Быйылғы фестивалдең географияһы тағы ла киңәйә: "Кремлёвский балет" һәм Рәсәйҙең Ҙур театры (Мәскәү), Мариин һәм Михайлов театры (Санкт-Петербург), Борис Эйфман һәм Леонид Якобсондарҙың балет театрҙары, Муса Йәлил исемендәге Татар дәүләт опера һәм балет театры, шулай уҡ Словакия милли театрының солистары ҡатнашасаҡ. Шулай уҡ Бавария иленән, Мәскәү, Екатеринбург, Силәбе ҡалаларынан балет труппаларының килеүе көтөлә.





Автор: Гөлнур ҠЫУАТОВА
Фото: мәҙәниәт министрлығы


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға