«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәйләүҙә ҡымыҙ эсеп...



19.07.2019 Йәйләүҙә ҡымыҙ эсеп...

Йәйге эҫелә иң шәп эсемлек нимә, беләһегеҙҙер? Юҡ, сәй ҙә, һыу ҙа түгел. Улары ла шәп, әлбиттә, әммә тағы ла яҡшырағы бар.

Ҡымыҙ! Әй, ҡалаға килеп еткәнсе әсей бит ул, тиеүселәр табылыр. Өфөнөң үҙендә самай яңыһы, һаумалы буласаҡ.

"Аҡбуҙат" ипподромында үтәсәк "Йәйләү" этнофестивалендә (27 - 28 июлдә) ҡымыҙ менән һыйланасаҡһығыҙ.

Байрамға бөтә Башҡортостандан ошо файҙалы эсемлекте етештереүселәр киләсәк. Фестивалдә съезд да, уҡытыу ҙа ойоштороласаҡ. Оҫталыҡ дәрестәре лә кемгәлер кәрәк булыр.

Сараның икенсе көнөнә "Терра Башкирия" ат ярышының сираттағы этабы күҙалланған.








Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: Т.АМАНОВ.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға