«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Бөгөн Өфөнөң "Евразия" агрокомплексында республикалағы берҙән-бер хәләл лаборатория асылды



19.07.2019 Бөгөн Өфөнөң "Евразия" агрокомплексында республикалағы берҙән-бер хәләл лаборатория асылды

Баш ҡаланың ветеринария станцияһы етәксеһе Дамир Хузин билдәләүенсә, Өфөлә барлығы 18 ризыҡ лабораторияһы эшләй.

Башҡаларҙан айырмалы рәүештә, "Евразия" агрокомплексындағы хәләл лаборатория мосолман ҡанундары буйынса салынмаған мал һәм сусҡа ите индерелмәйәсәк.

Заман талаптарына яуап биргән ҡоролмаларҙа өс хеҙмәткәр агрокомплекста һатылған ит ризыҡтарынан тыш, һөт һәм йәшелсә емеш сифатын да тикшерәсәк.





Автор: Гөлнур ҠЫУАТОВА
Фото: Автор фотоһы


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға