«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Бензин еҫкәп үлгән



19.07.2019 Бензин еҫкәп үлгән

Балалар үлеме һағайта. Каникул башланғандан ғына алып юл фажиғәләрендә, һыуҙа батып, бәхетһеҙ осраҡтар арҡаһында ғына күпме баланы юғалттыҡ. Әле күптән түгел генә бер үҫмер газ еҫкәп үлгәйне, кисә Ғафури районында бензин еҫкәгәндән һуң 12 йәшлек үҫмерҙең ғүмер өҙөлгән. Ул канистрҙан был ағыулы шыйыҡлыҡты һулаған. Үҫмерҙәр компанияға йыйылып, токсикомания менән шөғөлләнгән. Бензин, клей еҫкәргә яратыусыларҙы тиҫтерҙәренең үлеме һабаҡ булһа ярай ҙа.





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: Т. Аманов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға