«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Бал ҡорттары ҡырылған



18.07.2019 Бал ҡорттары ҡырылған

Республиканың ун районында бал ҡорттары ҡырылған. Асыҡлауҙарынса,фермер хужалыҡтары баҫыуҙарына һиптергән «Лямбда-цигалотрин» һәм «Эсфенвалерат» тигән ағыулы химикаттар Башҡортостандың бер нисә районында бал ҡорттары ҡырылыуына сәбәпсе булған. Дарыуҙар пиретроидтар класына ҡарай, үҫемлектәрҙә 20-30 көн һаҡлана. Бал ҡортоноң нерв-паралитик һәм эсәк органдарына йоғонто яһай. Аталған инсектицидтарҙың Ҡытайҙа етештерелеүе билдәле.





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: Т. АМАНОВ.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға