«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Өфөлә иң популяр исемдәр ниндәй?



18.07.2019 Өфөлә иң популяр исемдәр ниндәй?

Өфөнөң Орджоникидзе районы ЗАГС-ы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, тәүге ярты йыллыҡта 443 малай һәм 430 ҡыҙ донъяға килгән, 13 ғаиләлә игеҙәк балалар тыуған.


Ҡыҙҙар араһында - Арина һәм Софья, ә малайҙар өсөн Тимур һәм Артем исемдәрен иң күбе ҡушылған, ти белгестәр.

Шулай уҡ, Виктория, Әминә, Мәҙинә, Сабина, Егор, Әмир, Ислам, Алан, Кәрим һәм Таһир исемдәре ныҡ популяр.

ЗАГС хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, элек 18-24 йәштә үк өйләнһәләр, хәҙер 25-35 йәштә генә ғариза яҙалар. Был йәштә ғаилә ҡороуға ҡараш ныҡлап уйланылған була, ти улар.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға