«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Рәхим бер юлы 4618 тапҡыр отжимание яһай



18.07.2019 Рәхим бер юлы 4618 тапҡыр отжимание яһай

Алты йәшлек Рәхим Куриев ҡулға таянып иҙәндән күтәрелеү (отжимание) буйынса Рәсәй рекордтары китабына индерелгән.


Быға тиклем бындай рекорд хужаһы булып Ингушетиянын Ибраһим Лийәнов танылғайны. Рәхим Чечняның төп телевидениеһы студияһында үҙенең һәләтен күрһәткән һәм яңы рекордҡа лайыҡ булған. Алты йәшлек малайҙар араһында ике сәғәттә 4183 тапҡыр ҡулына таянып кәүҙәһен күтәргән.

Шулай уҡ алты йәшлек малайҙар араһында бер ынтылышта 4618 ҡулға таянып күтәрелеү рекорды ла Рәхимдеке.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға