«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Хәтәр матур әйбер - башҡорт орнаментлы салфеткалар йыйылмаһын оторға теләйһегеҙме?



18.07.2019 Хәтәр матур әйбер - башҡорт орнаментлы салфеткалар йыйылмаһын оторға теләйһегеҙме?

Бының өсөн:
1) Ошо яҙманы дуҫтарға һөйләргә - репост эшләргә;
2) "Бәйләнештә" селтәренә үтеп, "SеmәrҒош (Ажурный ламбрекен)" төркөмөнә ҡушылырға;
2) "Йәшлек" гәзите - газета "Йэшлек" төркөмөнә ҡушылырға;
4) Дуҫтарығыҙҙы төркөмгә саҡырырға кәрәк.


Әбйәлил ҡыҙы, әлеге ваҡытта Өфө ҡалаһындә йәшәгән Зәлиә Килдеғошова төрлө семәрле ламбрекендар, ҡорғандарҙы заказ буйынса тегә. Ул шулай уҡ милли стилдә салфеткалар, ашъяулыҡтар эшләй.
"Бәйләнештә" селтәренә инеп, "SеmәrҒош (Ажурный ламбрекен" төркөмөндә уның ҡул эштәре менән танышырға, баһаларға мөмкин.

"Ауыл ерендә эштәр бөтмәҫ, ә ҡала һәм район үҙәгендә оҙаҡ ҡына магазин буйлап йөрөп булмай. Йә автобусҡа ашығабыҙ, йә өйҙә эштәр көтә һәм башҡалар. Ә өйҙө матурлыҡ менән йәмләндерге килә, эйеме төркөмдәштәр? Тышта ят күҙҙән ҡаплап торһа, өй эсе йәмләп торор. Минең төп маҡсат: мөмкин тиклем һеҙҙең теләктәрегеҙҙе үтәп, күҙ яуындай итеп эшләүем.
Заказдарҙы Өфө ҡалаһынан бөтә райондарға һәм башҡа региондарға такси аша ебәрәм", - ти кәсебе тураһында оҫта ҡуллы ҡыҙ.

Зәлиә "Йәшлек" гәзите төркөмөнә лә ярҙам итте - тәрилкәләр аҫтына ҡуя торған милли миҙәкле салфеткалар йыйылмаһы бирҙе. Хәҙер беҙ уны уйнатабыҙ.
Еңеүсе осраҡлы һайлау программаһы ярҙамында 29 июль көнө билдәләнәсәк. Аҙаҡтан кем отҡаны күренгән видео ҡуйыласаҡ.

Еңеүсегә бик елле приз: Зәлиә Килдеғошова эшләгән милли биҙәкле салфеткалар йыйылмаһы тапшырыласаҡ.
Хәйерле сәғәттә!





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға