«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » 17 мең литр контрафакт спирт гаражда һаҡланған



18.07.2019 17 мең литр контрафакт спирт гаражда һаҡланған

Стәрлетамаҡ ҡалаһы бутлегерынан 17 мең литр контрафакт спирт тапҡандар.


2016 йылдан алып легаль булмаған бизнес менән шөғөлләнгән 40 йәшлек ир “тауар”ын канистраларҙа гараж боксында һаҡлаған. Үҙенең ярҙамсылары менән ҡала буйлап осһоҙло хаҡҡа спиртлы эсемлектәр һатҡан.

“Эшҡыуар”ға ҡарата законһыҙ рәүештә алкоголь һәм спиртлы продукция һатыу менән шөғөлләнгәне өсөн енәйәт эше ҡуҙғатылған.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: pixabay.com.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға