«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Үле балаһын машинанан ташлаған



18.07.2019 Үле балаһын машинанан ташлаған

Силәбе өлкәһенең Бирҙәүеш ҡасабаһында ҡатын үле балаһын юл ситенә ташлап киткән.


31 йәшлек ҡатын үле бәпесен үҙе яһаған тәреле табутта ерләргә алып китеп барған. Юл инспекторҙарынан ҡурҡып, бала мәйетен юл ситенә ташлап ҡалдырған.

Ҡатын үҙенең ғәйебен таныған, баланы төшөртөргә теләүен, ауырлыҡтар күтәреүен, һөҙөмтәлә уның үле килеш өйҙә тыуыуын һөйләгән. Бала оҙаҡ ваҡыт ихаталағы ағас йәшниктә ятҡан. Мәйет серей башлағас, ире менән урманға күмергә алып киткәндәр. Тик ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәренән ҡурҡып, йәнәһе, ташлап ҡалдырғандар.

Ҡатындың тағы өс балаһы бар, дүртенсеһенән балалар табыу йортонда баш тартҡан.
Хоҡуҡ һаҡлау органдары ҡатынға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатҡан.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: pixabay.com.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға