«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Башҡортостанда алдағы ике көндә 30 градуслыҡ эҫе көтөлә



18.07.2019 Башҡортостанда алдағы ике көндә 30 градуслыҡ эҫе көтөлә

Республикала алдағы ике көндә ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар менән эҫе һауа торошо күҙаллана.

19 июлдә, йомала урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуасаҡ, төньяҡ һәм көнсығыш райондарҙа ул көсәйәсәк, шулай уҡ йәшенле ямғыр, боҙ борсаҡ көтөлә. Ел көньяҡ-көнсығыштан, ҡайһы берендә төньяҡтан буласаҡ, йәшен мәлендә киҫкенләшәсәк. Төндә 17-22, көндөҙ 25-30, көньяҡ-көнсығышта 35 градусҡаса эҫетәсәк.

Шәмбелә, 20 июлдә иһә урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр көтөлә, көньяҡ-көнсығышта ул көсәйәсәк, шулай уҡ йәшенле, боҙ борсаҡлы ямғырҙар ҙа яуасаҡ. Ел көньяҡ-көнсығыштан, ваҡыты менән төньяҡтан талғын иҫәсәк, йәшен мәлендә киҫкенләшәсәк. Һауа температураһы төндә 13-18, көньяҡ-көнсығышта 22, көндөҙ 23-28, көньяҡ-көнсығышта 33 градусҡа етәсәк.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға